Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Май 2022, 10:00

Мәргәндәр һынау тотто

Баймаҡ районының Әхмәр ауылындағы йәмле Серекүл буйына тирә-яҡтың оҫта уҡсылары йыйылды. Бында Баймаҡтың "Ирәндек уҡсылары", Өфө, Сибай ҡалалары, Силәбе өлкәһе, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Белорет районының уҡсылары Алдар Иҫәкәйев иҫтәлегенә арналған ярышта мәргәнлектә көс һынашты. Республика күләмендәге был сараны төп судья -- Әхмәр ауылы Алдар батыр тоҡомо вариҫы Өмөтбаев Тимур Мирза улы ойошторҙо. Уға Рәхмәтуллин Ғәфүр Рафиҡ улы ярҙам итте. Ярышта балаларҙың ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәрҙең күпләп ҡатнашыуы һөйөндөрҙө.

Мәргәндәр һынау тотто
Мәргәндәр һынау тотто

Спорттың был төрөн үҙ итеүселәрҙе Тимурҙың ата-әсәһе Гүзәл һәм Әхмәт Өмөтбаевтар һыйланы. Ашнаҡсылар --Гөлназ Әбдисова,Рәйлә Ғазина тел йоторлоҡ аш һәм былау бешереп, самауырҙар ҡайнатып һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтте.

Мәргәндәр һынау тотто
Мәргәндәр һынау тотто
Мәргәндәр һынау тотто
Автор:Гульдар Кадаева