АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март 2022, 07:50

Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә

Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында яугир-интернационалист, тренерҙың яҡты иҫтәлегенә арнап бокс буйынса VI төбәк-ара турнир старт алды.

Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә
Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә

Турнирҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының бокс федерацияһының вице-президенты Ирек Мөхәмәтйәров, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы рәйесе Иҙел Солтанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов, Илдус Тайып улының тормош юлдашы Фирүзә Алғушаева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған тренеры Алексей Евстигнеев ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы тәүҙә Радик Бакиров етәкселегендәге өлгөлө "Саптар" хореографик студияһы һәм билдәле ҡурайсы, район ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илнур Аслаев йырлы-моңло тамаша менән сәләмләне.

«Демография» милли пректының «Спорт-йәшәү нормаһы» программаһына ярашлы уҙғарылған турнирҙа Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларынан 120-нән ашыу йәш спортсы ҡатнаша. Ярыштар ике көн дауам итә.

Был турнир Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы кубогына йыл һайын үткәрелә.

Спорт сараһы һәм Илдус Алғушаев тураһында төплө мәғлүмәт менән киләһе яҙмаларҙа таныштырырбыҙ.

Автор: Азамат Мөхәмәтшин.

Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә
Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә
Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә
Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә
Автор:Гульдар Кадаева