Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Март 2022, 19:20

БЕҘҘЕҢ САҢҒЫСЫЛАР ИҢ ЕТЕҘЕ!

Оҙаҡ йылдар Баймаҡ районында етәксе урындарҙа эшләүсе Әхәт Һиҙиәт улы Байсурин саңғы ярышы буйынса Башҡортостан беренселегендә 60 йәштән ололар араһында беренсе урын алды.

БЕҘҘЕҢ САҢҒЫСЫЛАР ИҢ ЕТЕҘЕ!
БЕҘҘЕҢ САҢҒЫСЫЛАР ИҢ ЕТЕҘЕ!

Баймаҡ районы Байым ауылының социаль селтәрендә байымдар ауылдаштары менән ғорурланып былай тип яҙа:

-- Башҡортостандың Архангел районында БАШҠОРТОСТАН БЕРЕНСЕЛЕГЕНӘ саңғы ярышы үтте. Был сәмле ярышта беҙҙең ауылдашыбыҙ ӘХӘТ ҺИҘИӘТ улы БАЙСУРИН 60 йәштән өлкәнерәктәр араһында 3 км. араны үтеүҙә БЕРЕНСЕ УРЫН яуланы! Афарин, афарин, Әхәт Байсурин!
Әхәт Һиҙиәт улы Баймаҡта февраль айында үткәрелгән " Рәсәй саңғы юлы - 2022" саңғы уҙышында ла 1 - се урын яулаған (3 км.)
Беҙ саңғысы ауылдашыбыҙҙың уңыштарына шатбыҙ, уға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!ҠОТЛАЙБЫҘ! СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ - СӘЛӘМӘТ РУХ!
АЛҒА, БАЙЫМ ЕГЕТЕ!

 

Байымдарҙың һүҙенә ихлас ҡушылып, Әхәт Һиҙиәт улына оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева