АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
20 Февраля 2022, 14:50

Ҡышҡы Олимпиада сағыу тамамланды

Рәсәй йыйылма командаһы Олимпиада уйындарында яуланған миҙалдар буйынса милли рекодрты яңыртты. Беҙҙең ил спортсылары дөйөм миҙалдар һаны буйынса икенсе урынға өлгәште. Улар бөтәһе 32. Шуларҙың алтауһы – алтын, 12- һе – көмөш, 14-те бронза миҙал. Александр Большунов 3 алтын миҙал яулап, Олимпия уйынын йомғаҡлау тантанаһында байраҡ тотоп үтте.

Ҡышҡы Олимпиада сағыу тамамландыҠышҡы Олимпиада сағыу тамамланды
Ҡышҡы Олимпиада сағыу тамамланды

Тағы кемдәр иң күп миҙал яуланы?

Йоханесс Бё (Норвегия, биатлон), дүрт алтын, бер бронза миҙал; 
Александр Большунов (ROC, саңғы ярыштары), өс алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал; 
Марте Олсбю-Ройселанн (Норвегия, биатлон), өс алтын, ике бронза миҙал; 
Ирен Схаутен (Нидерландтар, конькиҙа уҙыу спорты), өс алтын, бер бронза миҙал;
Тереза Йохауг (Норвегия, саңғы ярыштары), өс алтын, бер бронза миҙал; 
Кентен Фийон Майе (Франция, биатлон), ике алтын, өс бронза миҙал; 
Тарье Бё (Норвегия, биатлон), ике алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал; 
Йоханнес Клэбо (Норвегия, саңғы ярыштары), ике алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал; 
Сюзанне Схюлтинг (Нидерландтар, шорт-трек), ике алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал.

Күренеүенсә, был исемлектә Норвегия спортсыларының исем-шәрифтәре күберәк. 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас