Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Февраль 2022, 20:00

“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?

Кисә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы сиктәрендә үткән спорт байрамында  традицион яндан уҡ атыу ярышында Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин, Сибайҙан Тимур Өмөтбаев һәм Хөрмәт Таһиров иң мәргәндәре булып танылды.Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөрйәндән Нәйлә Ишкилдина һәм Әлиә Ишморатова, Учалынан Динә Вәлиева еңеп сыҡты. Һыбай килеш уҡ атыуҙа Әбйәлилдән Рушан Хәсәнов, Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков һәм Ҡырмыҫҡалынан Асҡар Ишбирҙин иң етеҙҙәре һәм мәргәндәре булараҡ дан ҡаҙанды.

“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?
“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?

"Ауҙарыш" милли уйын-көрәшендә Бөрйәндән Илнар Салауатов һәм Хәбир Әхмәтшин, Хәйбулланан Рәсих Латыпов, Әбйәлилдән Батыр Әбүбәкиров һәм Нәзир Таһиров майҙан батырҙары исемен яуланы.

Иң төп бәйге - "Тай-тулаҡ" конкурсында Башҡортостандың Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы, Әбйәлил, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан 23 команда ҡатнашты. 3 кешенән

торған команда өйрәтелмәгән атты ауыҙлыҡлап, уға һыбай менергә һәм мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөргә тейеш ине. Әйтергә кәрәк, ярыш иҫ киткес мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Бында "Ирәндек" фондынан Сергей Айсеновтың командаһы лайыҡлы рәүештә 1-се урынды алды. Бөрйәндән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы командаһы 2-се урынға сыҡты. Әбйәлилдән Дим Бүләкбаевтың командаһы 3-сө урында билдәләнде. Руслан Мирсаев командаһы дүртенсе урын алды.

"Ирәндек" фонды атты менгегә өйрәтеүселәр араһында видеоконкурс та иғлан иткәйне. Был ярышта Ғәҙелбайҙан Инйәр Йортбәков, Иҫке Сибайҙан Сергей Айсенов, Һәмәндән Әлмир Һабанбаев, Хәйбулланан Айгиз Тазетдинов призлы урындарға лайыҡ булды. Бынан тыш, ат өйрәтеүселәр башҡа номинацияларҙа ла билдәләнде.

Шулай уҡ йәйге осорҙа быҙау-үгеҙҙәрҙе ауыҙлыҡлап елдереп йөрөүе хаҡында социаль селтәрҙәргә видеояҙма һалған Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Нияз Салихов махсус приз алып ҡыуанды. Был сос та, ныҡышмал да, тырыш та үҫмерҙе Тай-тулаҡ" спорт байрамына махсус саҡырып, уға ысын арғымаҡ бүләк иттеләр. Алмас Шөгөров етәкселегендәге "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды әҙерләгән башҡорт тоҡомло ҡолондо үҫмергә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов тапшырҙы.

 

“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?
“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?
“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?
“Тай-тулаҡ”та кемдәр еңде?
Автор:Гульдар Кадаева