Спорт
10 Февраль 2022, 09:40

Ҡоро ғәйбәт булған

Ҡытайҙа барған Олимпиадала фигуралы шыуыуҙа тиңдәр булмаған Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг ҡулланыуы тураһындағы хәбәр көйәрмәндәрҙе ҡара ҡайғыға һалғайны. Баҡтиһәң, ул Америка гәзиттәре таратҡан ғәйбәт кенә булған икән.

Ҡоро ғәйбәт булғанҠоро ғәйбәт булған
Ҡоро ғәйбәт булған

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яулағандарҙы бүләкләү тантанаһының тотҡарланыуы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле, тип хәбәр итте Inside the Games порталы, тип яҙғайныҡ инде.

Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы фигуристка Камила Вәлиева Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы яңғыҙ фигуралы шыуыуҙа ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итте. “Камила уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәне. Халыҡ-ара Олимпия комитетынан рәсми белдереү көтәбеҙ, - тип белдергән Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы пресс-атташеһы Ольга Ермолина. – Команда турнирындағы миҙалдарҙы тапшырыуға килгәндә, уның датаһын шулай уҡ Халыҡ-ара Олимпия комитеты асыҡлаясаҡ”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Камила Вәлиева – Рәсәйҙең һәм Европаның ғәмәлдәге чемпионы. Ул - ҡыҫҡа (90,45 балл), ирекле (185,29) һәм программалар суммаһы (272,71 балл) буйынса рекордтар эйәһе. Команда турниры сиктәрендә спортсы ике программала ла еңгәйне. Камила Вәлиеваның тренеры – Этери Тутберидзе.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас