АТАЙСАЛ
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
9 Февраля 2022, 04:55

Хоккейсылар майҙан тота

Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарының бишенсе көнөндә, тау саңғыһы спорты (ҡатын-ҡыҙҙар), сноуборд (кросс), саңғы ике алышы (шәхси беренселек), ир-егеттәр араһында хоккей, шорт-трек, кёрлинг, саңғы спорты буйынса ярыштар үткәрелә.

Хоккейсылар майҙан тотаХоккейсылар майҙан тота
Хоккейсылар майҙан тота

Сығышы менән Өфөнән булған шорт-трексы Семен Елистратов 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы булды, 2018 йылда 1500 метрлыҡ арауыҡта призлы урын яуланы, 2015 йылда 1500 метр арауыҡта чемпион, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш миҙал яуланы, биш тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булды. Ул – күп тапҡыр Европа чемпионы. 1000 метр арауыҡта донъя кубогына лайыҡ булыусы. Әйткәндәй, Семен Елистратов Олимпиадала дүртенсе тапҡыр ҡатнаша.

Бөгөн  илебеҙҙең хоккейсылары Швейцария командаһы менән осраша. Ә Рәсәй Олимпия комитеты йыйылма командаһында (Russian Olympic Committee — ROC) “Салауат Юлаев” хоккей клубынан Шакир Мөхәмәҙуллин менән Александр Кадейкин бар. Икеһе лә запастағы уйынсылар.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас