АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
25 Января 2022, 08:05

Миҙаллы булдылар

Республиканың “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте үҙенең 85 йыллығына юбилей миҙалдары сығарҙы. Миҙалға лайыҡ булыусылар араһында Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Булат Абдрафиҡов, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары—БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Фәнил Әминев, Хөрмәт Таһиров, Айрат Йыһаншин бар. Ҡотлайбыҙ!

Миҙаллы булдыларМиҙаллы булдылар
Миҙаллы булдылар

Спортта яуланған уңыштар һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек һәр ваҡыт лайыҡлы баһалана. Республиканың “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте үҙенең 85 йыллығына юбилей миҙалдары сығарҙы. Сибай ҡала хакимиәтендә спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алға ҡуйған бер төркөм әүҙемселәргә ошо юбилей миҙалдарын тапшырылды.

Бөтә Союз физик культура советы бынан 85 йыл элек “Спартак” ирекле спорт йәмғиәтенең уставын булдыра. Ошо көн советтың тыуған көнө булып иҫәпләнә.

Әйтергә кәрәк, йәмғиәт 85 йыллығына енткеле әҙерләнгән. Түңәрәк дата уңайынан сығарылған миҙал сәләмәт йәшәү рәүешен һәм күмәк мәҙәниәтте пропагандалаусыларға бирелә.

--Беҙ “Спартак”тың көйәрмәндәрен байрам менән ҡотлайбыҙ! Улар араһында спорт ветерандары, спорт мәктәптәре, учреждениелар етәкселәре күп. Минең өсөн Сибай һәр ваҡыт яҡын ҡала, шуға ла юбилей менән ҡотлау сараһын ошонан башлауыма шатмын, -- тине “Спартак” йәмғиәте рәйесе Руслан Бикембәтов.

Иҫтәлекле миҙал алыусылар араһында ҡала советы депутаттары һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай секретариаты хеҙмәткәрҙәре бар. Уларҙың барыһы ла спорт һәм мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Күптәре оло йәштә булһа ла алғы сафта булып, ярыштарҙан ситтә ҡалмай, йәштәрҙе үҙҙәренең артынан эйәртә.

--Сибайҙа 1969 йылдан эшләнем. 15 йыл ҡалала “Спартак” йәмғиәте рәйесе булдым. 5 йыл “Спартаковец” физкультура йортон етәкләнем. Дөйөм алғанда минең бөтә тормошом Спартактың спорт офисында үтте. Әлбиттә, хәҙер спорт ветерандары аҙ ҡалдыҡ, шулай ҙа бирешмәйбеҙ, спорт ярыштарын күҙәтеп барабыҙ, уңыштарға һөйөнәбеҙ. Волейбол, теннис , саңғы яраштарын бер ваҡытта ла ҡалдырмай күҙәтеп абарам. Үҙем иртәле-кисле саңғыла йөрөйөм,-- тине миҙал менән бүләкләнеүсе спорт ветераны Геннадий Таракин.

Миҙалға лайыҡ булыусылар араһында Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Булат Абдрафиҡов, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары—БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Фәнил Әминев, Хөрмәт Таһиров, Айрат Йыһаншин бар.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас