Спорт
20 Января 2022, 07:40

Яңы тренер килде

Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайында яңы тренер эшләй башланы. Сит тарафтан килгән белгес “Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” проектына ярашлы буласаҡ чемпиондар тәрбиәләр өсөн саҡырылған.

Яңы тренер килдеЯңы тренер килде
Яңы тренер килде

Петр Флорьевич Валик хоккейға мөкиббән ғашиҡ кеше. Тренер Максим Горькийҙың кешегә ни тиклем талап ҙур булған һайын, уға ихтирам да арта тигән һүҙҙәренә таянып эш итә. Ул беҙҙең ҡалаға Сыктывкарҙан килгән. 40 йыл хеҙмәт стажы булған тренер Мәскәүҙең «Спартак» клубында балалар менән эшләгән. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында халыҡ-ара, юғары, контененталь хоккей лигаһы уйынсылары, Гагарин кубогына эйә булыусылар бихисап.

--Минең бурысым — малайҙарҙы хоккей уйнарға өйрәтеү, ярыштарға ентекле әҙерләү. Әлеге ваҡытта 2009-2010 йылдарҙа тыуған малайҙары әҙерләүҙе ышанып тапшырҙылар. Нимәһе күңелде ҡыра, уларҙың һаны аҙ. Шуға күрә ошо йәштәге балаларҙы бында шөғөлләнергә саҡырам. Һәр берегеҙгә шәхсән алым ҡулланып, хоккей уйнарға өйрәтәсәкмен. Ҡабатлап әйтәм: 12-13 йәшлектәрҙе боҙ һарайында көтөп ҡалам, -- хоккей буйынса тренер Петр Валик.

Петр Флорьевич хоккей уйнай башларға бер ваҡытта ла һуң түгел тип иҫәпләй. Уның тәрбиәләнеүселәрәнә Салауат Вәлеев етәкселегендәге хоккей уйнарға өйрәнгән 2011-2012 йылғы малайҙар компания төҙөй. Тренер уҡыусылар араһында һәләтлеләр күп булыуға һөйөнә.

Яңы тренер килде
Яңы тренер килде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас