Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2021, 14:15

Агрегат боҙҙо ялтырата

Башҡортостан Республикаһының спорт министрлығы Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайына шәп бүләк яһаны. Етәкселек һәм спортсылар яңы уҡыу йылы башында учреждениела уңайлы шарттар тыуҙырылыуға ифрат шат.

Агрегат боҙҙо ялтырата
Агрегат боҙҙо ялтырата

Канадала етештерелгән «Олимпия» боҙ йәйеү машинаһы боҙ япмаһын шып-шыма килеш тоторға ярҙам итә. Ул иң беренсе сиратта боҙҙоң сыйылып бөткән өҫкө ҡатламын йыйып алып бункерына ебәрә. Шулай уҡ ул боҙҙо йыуа, коньки ныҡ сыйған урындарҙы ямап, боҙ ҡатламын тип-тигеҙ итеп тергеҙеүгә булышлыҡ итә.

--Ошондай елле бүләк өсөн республиканың спорт министрлығына ҙур рәхмәт белдерәм. Бынан ары балалар боҙ һарайында спорт менән ихлас шөғөлләнер, рәхәтләнеп ялтыр боҙҙан шыуыр, ярышыр тип ышанам. Шулай уҡ «Олимпия» машинаһының тағын бер өҫтөнөгө бар: ул бысаҡтарҙы үткерләй. Быға ҡәҙәр беҙгә бындай хеҙмәтте Учалы ҡалаһы оҫталары күрһәтте. Хәҙер үҙебеҙҙең агрегат бар. Был эшебеҙҙе күпкә еңеләйтәсәк,-- тине Сибай ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Николай Воробьёв.

Боҙ һарайы быйыл йәй күп кенә үҙгәрештәр кисерҙе: боҙ япмаһы иретеп яңынан туңдырылды. Әле килеп яңы ҡорамалдар ҡайтарылды. Тиҙҙән хоккейсылар, конькиҙа фигуралы шыуыусылар, уҙышыусылар, шорт-трек секцияһында шөғөлләнеүселәр сираттағы миҙгелде асып боҙға сығасаҡ. Күнекмәләргә ихлас йөрөгән балалар төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәҫ тип ышанабыҙ.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева