АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль 2021, 12:20

Беренсе алтын миҙал бар!

Токиола барған Олимпиадала Рәсәй командаһы беренсе алтын миҙалын яуланы! Дауамы сайтта.

Беренсе алтын миҙал бар!
Беренсе алтын миҙал бар!

10 метр алыҫлыҡтан пневматик пистолеттан атыуҙа 24 йәшлек яҡташыбыҙ Виталина Бацарашкина 240,3 мәрәй йыйып олимпия рекордын ҡуйҙы.

Виталина Бацарашкина 2016 йылдағы Олимпиадала көмөш миҙал яулаған. Төрлө йылдарҙа уҙғарылған Донъя чемпионаттарында бронза, көмөш һәм алтын миҙалға өлгәшкән. 2019 йылда Европа уйындарында еңеү яулаған.

Әлеге ваҡытта Рәсәй йыйылма командаһы миҙалдар зачетында дүртенсе урынды Австралия менән бүлешә: ике ил командаһы спортсылары ла берәр алтын, көмөш һәм бронза миҙалдарға лайыҡ. Беренсе урында Ҡытай командаһы килһә, икенселә – майҙан хужалары япондар, өсөнсө урында Америка Ҡушма Штаттары килә.

Автор:Гульдар Кадаева