Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль 2021, 11:40

Янайыҡ, көйәйек, уңыштар теләйек

Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындарына старт бирелде. Кисә кис Олимпиада уты ҡабыҙылды. Ярыштар мәртәбәле сара рәсми асылмаҫ борон уҡ бер нисә көн элек башланһа ла, бөгөн генә миҙал уйната башлаясаҡтар. Йәйге Олимпиадала спорттың 50 төрө буйынса 339 комплект награда тапшырыласаҡ. Быйыл беренсе тапҡыр Олимпиадала карате, сёрфинг, ҡаяға үрмәләү һәм скейтбординг буйынса ярыштар уҙғарыла. Шулай уҡ туҡтатылып торғандан бейсбол һәм софтбол тергеҙелгән. Тулыраҡ сайтта.

Янайыҡ, көйәйек, уңыштар теләйек
Янайыҡ, көйәйек, уңыштар теләйек

Олимпиадала 11 мең кеше ҡатнаша. Рәсәй намыҫын 335 атлет яҡлай. Художестволы һәм спорт гимнастикаһы, синхронлы йөҙөү, көрәш һәм фехтование буйынса беҙҙең спорсылар яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер тип өмөт итәбеҙ. Биш йыл элек  Рио-де-Жанейрола уҙған Олимпиадала рәсәйлеләр 55 миҙал, шул иҫәптән 19 алтын миҙал яуланы.

Спортсыларыбыҙ уҙған ярыштың һөҙөмтәләрен яҡшырта алырмы юҡмы, ваҡыт күрһәтер.

 Беҙ ҙә Олимпиаданы күҙәтеп барайыҡ, үҙебеҙҙекләр өсөн янып-көйәйек, уңыштар теләйек!

#tokyo2020

Янайыҡ, көйәйек, уңыштар теләйек
Янайыҡ, көйәйек, уңыштар теләйек
Автор:Гульдар Кадаева