Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
24 Декабрь 2025, 09:40

Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!

24 декабрҙә Сибай ҡалаһының «Арҡайым» башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһында (Сибаев урамы, 45) Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында (ППМИ-2026) ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтә. Унда ҡасабала йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтеп, йәшәгән ерлек инфраструктураһын яҡшыртыуға—урам юлдарына асфальт япмаһы түшәтеүгә йүнәлтелгән өҫтөнлөклө проекттар өсөн берҙәм тауыш бирер тип ышанабыҙ.

Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!
Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!

Тауыш биреү өсөн түбәндәге мөһим инициативалар конкурсҡа тәҡдим итеү өсөн һайлап алынды:

1.Есенин урамы юлына ағымдағы ремонт уҙғарыу (Сибаев урамынан Йәнтилин урамына тиклем);

2.Есенин урамы юлына ағымдағы ремонт уҙғарыу (Йәнтилин урамынан Есенин, 60 адресына тиклем);

  1. Рыбаков урамы юлына ағымдағы ремонт уҙғарыу (Сибаев урамынан Йәнтилин урамына тиклем);
  2. Рыбаков урамы юлына ағымдағы ремонт уҙғарыу (Йәнтилин урамынан Рыбаков, 42 адресына тиклем);
  3. Жуков урамы юлына ағымдағы ремонт уҙғарыу (Сибаев урамынан Баҡыр-Үҙәк урамына тиклем).

Был проекттар юл япмаһы сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, ҡасабала йәшәүселәрҙең тормошон уңайлы һәм хәүефһеҙ итәсәк. Арҡайым халҡының барыһын да был программала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, сөнки бергәләп кенә, берҙәм көс менән генә йәшәйешебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртә алабыҙ!

Эльвира Муллағәлина.

Арҡайым ҡасабаһының йәмәғәт биләмәһе рәйесе.

 

Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!
Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!
Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!
Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!
Арҡайым ҡасабаһы урамдарына асфальт кәрәк!
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас