Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
3 Декабрь 2025, 14:45

Рух, тел, милләтте ҡайғыртып

Сибай ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына бағышланған «Башҡортостандың Урал аръяғы 3.0: кадрҙар һәм үҫеш» темаһына ғилми-ғәмәли кәңәшмә үтте. Көн тәртибе буйынса сара урта махсус белем биреү йорттарындағы секция эштәренән башланды.

Рух, тел, милләтте ҡайғыртып
Рух, тел, милләтте ҡайғыртып

Ҡоролтай тауышы

Уҙып барған 2025 йыл--юбилей, иҫтәлекле даталарға бик бай осор булды: Бөйөк Еңеүгә--80, тыуған ҡалабыҙға--70, Сибай институты асылыуына 35 йыл булһа, тәү башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтеүенә һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына ла өс тиҫтә йыл үтеп киткән. Кәңәшмәнең Сибай институтындағы секция ултырышы «Тарих, фән, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары» темаһына арналды. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар--Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәсих Әғзәм улы Хәмитов, Башҡорт ырыуҙары советы Президиумы рәйесе Вилмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе урынбаҫары, мәғариф ветераны Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре, ғалим Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов һәм Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары, Межгорье ҡалаһының ҡоролтай рәйестәре һәм ағзалары ҡатнашты. Кәңәшмәлә Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина, Ханты-Манси автоном округы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов һәр ваҡыттағыса төп мәсьәлә булып ҡаралған тел, милләт, рух темаһын күтәрҙе. Шулай уҡ, Башҡортостан тарихын белеү, милли мәҙәниәтебеҙҙе, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, милли кадрҙар әҙерләү кеүек киҫкен мәсьәләләр ҡаралды.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төрлө тәҡдимдәрен әйтте. Шуларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты Миңнур Шәриф ҡыҙы Шаһиева киләсәктә ҡоролтай фондын булдырыу кәрәклеген белдерҙе. Баймаҡ районы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе е Азамат Мөхәмәтшин матбуғат мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеген белдереп, үҙ һүҙен: «Телде һаҡлап ҡалһаҡ, бирешмәҫбеҙ!»-тип тамамланы. Ошо мәлдә һәр кемдең башынан: «Ә уны нисек һаҡлап алып ҡалып була?»—тигән һорау үткәндер, моғайын. Минеңсә, милли матбуғат ярҙамында. Халҡым, телем, милләтем тип янған һәр ҡоролтай ағзаһы бер башҡорт баҫмаһына яҙылһа ла, тел, халыҡ үҫешенә бер тамсы өлөш индерә. Ҡоролтайҙың секция ултырышы «Тарих, фән, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары» тип аталғанға күрә урында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторҙоҡ. Эргәнән 100-ләп кеше үтте, әммә «Атайсал» гәзитенә берҙән-бер кеше Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова ғына яҙылды. Уйланырға урын бар, әлбиттә. Үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү ул ялҡынлы телмәр һөйләү генә

түгел, бәләкәй генә булһа ла файҙалы эш башҡарыуҙан ғибәрәт.

Һәр сығышта яңғыраған үтенес-теләктәр иҫәпкә алынып, ҡоролтай киләһе йылдарға кәңәмә эше буйынса резолюция өсөн тәҡдимдәр ҡабул итте.

Кәңәшмәне музыкаль яҡтан Балалар сәнғәт мәктәбенең «Сулпан» өлгөлө вокаль, «Йәнгүҙәй», Сибай концерт-театраль берекмәһенең «Тарпан» вокаль-инструменталь ансамблдәре биҙәне.

Пленар өлөштөң һуңында, төрлө өлкәлә үҙҙәрен юғары яҡтан күрһәткән сибайҙарға Бөтә донъя башҡорттарының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас