-4 °С
Ҡар
Үткән йылда ошо проект ярҙамында ауылдың зыяраты ҡоймаһы тулыһынса яңыртылды. Хәҙер инде халыҡ ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған обелискты, уның биләмәһен тулыһынса ремонтлау эшенә өҫтөнлөк бирелде. Инициатив төркөм һайланып, беренсе йыйылыш та үткәрелде, финанслау күләме тураһында ла һөйләшелде. Алға аныҡ пландар ҡуйып, ең һыҙғанып эшкә тотонған иҫәнбәттәргә уңыштар теләйек.
Рәзимә Сәитова.