Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
27 Октябрь 2023, 11:29

Күреү һәләте менән проблемалар булһа, үҙаллы дауаланырға кәрәкмәй

Башҡортостанда күҙ ауырыуҙарын бушлай тикшереү һәм дауалау өсөн Рәсәй гражданлығы һәм медицина страховкаһы полисы булырға тейеш. Шулай уҡ, теркәлгән урын буйынса поликлиникала офтальмологтан йүнәлтмә алыу мөһим.

Күҙ ауырыуҙарының төп билдәләре:

– күҙҙең томаланыуы,
– яҡтылыҡ сығанағына ҡарағанда төҫлө түңәрәктәр барлыҡҡа килеү,
– күҙ ағының һәм күҙ ҡабағының ҡыҙарыуы,
– әйберҙәрҙе дөрөҫ күрмәү

Күреү һәләте менән проблемалар булһа, үҙаллы дауаланырға кәрәкмәй. Йәшәү урыны буйынса табипҡа йәки Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына (күрһәтмәләр булһа) мөрәжәғәт итегеҙ.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының адрестары:

– Пушкин урамы, 90,
– Аврора урамы, 14.

Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге: 8 (347) 286 53 03 (9:00–18:00)

Сайт: https://vk.cc/crWZSi

Табипҡа онлайн рәүештә нисек яҙылырға – аңлатма түбәндәге һылтанма буйынса

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: