Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
20 Октябрь 2023, 11:19

Класс менән экскурсияға барыу, тәҙрәләргә жалюзи йәки кулерға һыу һатып алыу — ғәҙәттә, ошондай маҡсаттарға аҡсаны ата-әсәләр комитеты йыя

Был законға ярашлы ғәмәлме? Берләшмәнең статусы ниндәй? Ата-әсәләр комитетынан сығымдар тураһында отчет талап итергә мөмкинме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға «Роскачество» менән берлектә яуап бирәбеҙ.

Аҡсаны мотлаҡ бирергә кәрәкме?

Ата-әсәләр комитеты ағзалары, шулай уҡ һәр бер ата-әсә өсөн бөтә иғәнәләр ирекле. Әгәр ҙә аҡса тапшырмаған өсөн балағыҙҙы оялтырға маташһалар, мәктәп директорына ялыу бирегеҙ. Әгәр был да ярҙам итмәһә, йәшәгән урынығыҙ буйынса мәғариф бүлегенә, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына йәки республика прокуратураһына мөрәжәғәт итегеҙ.

Аҡса йыйыуҙы нисек ойоштороу яҡшыраҡ?

Иң яҡшы ысул — яҙма рәүештә килешеү төҙөп, аҡсаны банк иҫәбенә күсереү. Бындай механизм аҡсаны нигеҙһеҙ тотоноуға ҡарата тыуған шикте юҡҡа сығара. Аҡсаны «ҡулдан-ҡулға» бирмәгеҙ.

Иғәнәләрҙең нимәгә тотонолғанын нисек белергә?

Беренсенән, комитет ағзаларынан һорарға була. Ата-әсәләр комитеты бөтә чектарҙы һәм квитанцияларҙы күрһәтергә тейеш. Бөтә иғәнәләр банк иҫәбенә күсерелгән осраҡта, ата-әсәләр комитетына отчет биреү еңелгә төшә.

Ата-әсәләр комитетының статусы ниндәй?

«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы 273-сө федераль закондың 26-сы статьяһына ярашлы, мәктәптә уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаған ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) советы булдырыла: https://vk.cc/crALXA.

Ата-әсәләр комитеты тотонолған аҡса тураһында отчет бирергә теләмәһә, ни эшләргә?

Тәүҙә уларҙы яуаплылыҡ тураһында иҫкәртегеҙ. Әгәр йыйылған аҡсаның нисек тотонолоуы тураһындағы мәғлүмәт ата-әсәләр йыйылышының көн тәртибенә индерелһә, һеҙ уның нисек тотонолоуы тураһында белә аласаҡһығыҙ. Ниндәй ҙә булһа шик тыуһа, закон буйынса һеҙ полицияға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы: https://vk.cc/crM7Z7. Был да ярҙам итмәһә, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Башҡа ата-әсәләр менән берлектә коллектив дәғүә төҙөгөҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан