Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
20 Октябрь 2023, 11:40

Башҡортостан вуздарында белем алған студенттар стартапты тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостан вуздарының бакалавриат, белгеслек, магистратура йәки аспирантура программалары буйынса белем алған студенттары стартапты тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һум аҡса алырға мөмкин. Бының өсөн халыҡ-ара «Студент стартапы» конкурсында ҡатнашырға кәрәк.

Программаны «Университеттарҙың технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проекты сиктәрендә Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ғәмәлгә ашыра. Уның маҡсаты — Рәсәй вуздары студенттарының стартап-проекттарына грант ярҙамы күрһәтеү.

Үҙ идеялары һәм тикшеренеүҙәре нигеҙендә яңы тауар, хеҙмәт йәки технология булдырырға теләгәндәрҙән ғариза көтәләр. Шәхсән рәүештә лә, команда булараҡ та ҡатнашырға мөмкин.

 Конкурс йүнәлештәре:

— һанлы технологиялар,

— медицина технологиялары һәм һаулыҡ һаҡлау,

— яңы материалдар һәм химик технологиялар,

— яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары,

— биотехнологиялар,

— ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика,

— креатив индустриялар.

Ҡатнашыу — бушлай. Ғаризалар 2024 йылдың яҙында ҡабул ителә башлай, грантты 2 мең студент алырға мөмкин.

Фонд сайтындағы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ — тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм ғариза биреү өсөн ошонда мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: https://vk.cc/cfjPag

Конкурсҡа алдан әҙерләнегеҙ. Уңыштар, еңеүҙәр!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан