Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Март 2023, 13:50

Әбүбәкерҙәр ҡорбан салған

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡы үҙ-ара кәңәшләшеп, аҡса йыйып, донъялар именлегенә, ауылда буласаҡ ҙур йыйынға инселләп, ҡорбан салған. "Ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлеге һоҡландыра, ғорурландыра. Һәр берегеҙгә иҫәнлек - һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы насип булһын. Донъялар имен булһын, ҡылған изгелектәрегеҙҙең сауаптары үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын! Һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! 

Әбүбәкерҙәр ҡорбан салған
Әбүбәкерҙәр ҡорбан салған

Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын, нитләнгән мәртәбәле сарабыҙ имен-һау уҙһын! — тип яҙа әбүбәкирҙәр социаль селтәрҙә. Салған ҡорбандарығыҙ ҡабул булһын!

Автор:Гульдар Кадаева