АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
1 Сентябрь 2022, 14:25

ӘСӘЛӘРГӘ—МИҘАЛ

Миҙал алыусыларҙың күбеһе беҙҙең төбәктән. Уларға 50 мең һум күләмендә түләү ҙа ҡаралған.

ӘСӘЛӘРГӘ—МИҘАЛ
ӘСӘЛӘРГӘ—МИҘАЛ

Башҡортостанда 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 26 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар.

Баймаҡ районынан Гөлсинә Әхмәтова, Гөлниса Бүләкова, Елена Дәүләтшина, Рәзидә Назарова, Миңниса Хәсәнова, Хәйбулла районынан Ләйсән Абдуллина, Надежда Аҡсурина, Рәүилә Әминева, Евгения Долматова, Анна Сәидова, Альбина Фаррахова, Сибайҙан Гөлзиә Абдулова.

Миҙал 1998 йылда булдырылды. Бығаса һигеҙ меңдән ашыу әсә наградланды. «Әсәлек даны» миҙалын алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Быға тиклем 17 241 һум бирелһә, был юлы 50 мең һум күләмендә ҡаралған.

 

Автор:Резеда Валиева