Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Август 2022, 08:20

Сауҙа урындары уңайлы

"Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урам сауҙаһы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Сибайҙар башлыса күпләп аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, сәскә, кәрәк-яраҡ һатҡан һәм һатып алған урындарҙан башланыҡ. Халыҡ күпләп үткән ул ерҙе һәр кем белә -- ҡаланың Таусылар проспекты, 12. Тап ошонда бушлай сауҙа прилавкалары урынлаштырҙыҡ. Хәҙер өлкәндәр баҡсала үҫтергән мул уңышын рәхәтләнеп һата ала. Хаҡлы ялдағыларға өҫтәмә килем булһа, һатып алыусылар арзан хаҡҡа тәбиғи аҙыҡ-түлек алыуҙарына ҡыуана, -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы башлығы Азамат Юлдашбаев.  

Сауҙа урындары уңайлы
Сауҙа урындары уңайлы

Ошондай уҡ сауҙа прилавкалары Ленин урамындағы 17-се йорт алдында “Атайсал” магазины ҡаршыһында ла барлыҡҡа килде.

Автор:Гульдар Кадаева