Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
4 Август 2022, 11:55

Игеҙәктәрҙең исемдәре—Аврора һәм Флорида

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде. Вадим һәм Людмила Зәкировтарҙың ғаиләһендә икеләтә ҡыуаныс: 1 августа Аврора һәм Флорида исемле игеҙәк ҡыҙҙары тыуған. Игеҙәктәрҙең 3 йәшлек Линара һәм 2 йәшлек Замир исемле апай, ағайы ла бар икән.

Игеҙәктәрҙең исемдәре—Аврора һәм Флорида
Игеҙәктәрҙең исемдәре—Аврора һәм Флорида

-Игеҙәктәр буласағын беренсе узила белдек. Икенсе тикшеренеүҙә ҡыҙҙар буласағын әйттеләр, -- ти бәхетле атай Вадим Зәкиров.

Ишле ғаиләгә символик бүләк--Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ебәргән китаптар һәм фотоальбом тапшырылды. Иң ҙур бүләк уларҙы алда көтә—ҡалабыҙҙа игеҙәктәр тыуған ғаиләләргә ике балаға иҫәпләнгән коляска тапшырыу йолаһы күптән бар.  

Игеҙәктәрҙең исемдәре—Аврора һәм Флорида
Игеҙәктәрҙең исемдәре—Аврора һәм Флорида
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: