АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
7 Март 2022, 16:05

Йылайырҙа алтын туй

8 Март-Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Йылайыр районы хакимәте хеҙмәткәре Флүрә Сарбаева, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко, ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡашҡарова Ғилман һәм Мәүлиҙә Солтановтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланы.

Йылайырҙа алтын туй
Йылайырҙа алтын туй

8 Март-Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Йылайыр районы хакимәте хеҙмәткәре Флүрә Сарбаева, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко, ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡашҡарова Ғилман һәм Мәүлиҙә Солтановтарҙы “Демография” милли проектына ярашлы алтын туйҙары менән ҡотланы.

Ғаилә башлығы Ғилман Мостафа улы Йылайыр районының Шәмсетдин ауылында тыуған. Мәктәптә урта белем алғас әрме сафында хеҙмәт иткән. Бөтә тормошо район үҙәге Йылайырҙа үткән. Хаҡлы ялға район элемтә үҙәгенән сыҡҡан. 41 йыл эш стажы булған хеҙмәт ветеранының “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” маҡтаулы исеме бар.

Хужабикә Мәүлиҙә Нәзип ҡыҙы Нурман районының Иҫке күл ауылы ҡыҙы. Өфөнөң полиграфия училищеһын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Йылайыр ауылына эшкә килгән. Оҙаҡ йылдар почта элемтәһе идаралығында тауар тәьминәте бүлегендә эшләгән. Намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡығыҙҙары, Почет грамоталары менән баһаланған.

50 йыл бергә-бергә матур итеп донъя көткән Солтановтар ғаиләһе йәштәргә үрнәк. Парлы ғүмер итеүҙең сере нимәлә?—тигән һорауға Мәүлиҙә ханым:

--Берең ут булғанда, икенсең һыу булыуҙа. Бер-береңде хөрмәт итеп, ғәфү итә белеүҙә, --тип яуапланы.

Өс бала тәрбиәләп үҫтергән Солтановтар шәхси хужалыҡ тотоп, мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп йәшәй. Балаларының һәр ҡайһыһы үҙаллы донъя ҡорған, 6 ейәне, 4 ейәнсәре һәм бер бүләләренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.

Алтын туйҙары уңайынан балалары матур табын ҡорған.

--Туған йортобоҙҙа беҙҙе һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алып тороусы атай-әсәйебеҙ булыуы оло бәхет. Һәр кемгә ошондай бәхет теләйем!—тине Солтановтарҙың улы Салауат.

Ҡыҙҙары Гөлназ да уның һүҙҙәрен ҡеүәтләне.

--Ҡәҙерлеләребеҙ менән ғорурланабыҙ! Атай-әсәйебеҙ беҙгә матур тәрбиә биреп, һәр ҡайһыбыҙҙы уҡытып, эйәле-башлы итеп, оло тормошҡа сығарҙы. Барыһы өсөн дә уларға ҙур рәхмәтлебеҙ! Гәүһәр, тимер туйҙарҙы билдәләргә яҙһын!—тине Гөлназ Ғилман ҡыҙы, яҡындарына иҫәнлек-һаулыҡ, аяҙ, тыныс күк йөҙө теләп.

 

Йылайырҙа алтын туй
Йылайырҙа алтын туй
Автор:Гульдар Кадаева