

Бынан алда Радий Хәбиров белем биреү учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүҙе контролдә тоторға тигәйне.
«Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшкә сыҡты, шулай уҡ методик тәҡдимдәрҙе яңырттыҡ, ата-әсәләргә температураһы булған баланы уҡырға ебәреү ҡәтғи тыйыла», - тип аңлатты республиканың мәғариф министрлығы вәкиле.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, сир теркәлгән мәктәптәр ябылырға тейеш.
Бынан тыш, ковидҡа ҡаршы яңы сикләүҙәр индерелде. Күмәк кеше ҡатнашлығындағы барлыҡ физкультура саралары һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә. Хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын уҙғарыу тыйыла. Хөкүмәттең киләһе ултырыштары онлайн үткәрелә.
«Республикала омикрон штамы асыҡланды, ул тиҙ тарала, тиҙҙән уның эҙемтәләре күренә башлар. Сикләү саралары шул килеш ҡала: битлек режимы, QR -кодтар», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Хәбиров әйтеүенсә, бер нисә чиновник ауырый. Хөкүмәттең аппаратты юғалтыуы ихтимал, тип борсолоу белдерҙе ул.
«Хөкүмәт ағзаларының битлекһеҙ йөрөгәнен күрһәк, киҫәтеү яһайбыҙ, шелтә белдерәбеҙ һәм эштән бушатабыҙ», - тине республика Башлығы.