Йәмғиәт тормошо
9 Декабря 2021, 09:15

Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙ

Яңы йыл тылсымлы мәл генә түгел, бүләктәр бирешеү осоро ла. Сибай ҡалаһында “Мәрхәмәтлек шыршыһы” 9 йыл дауамында ойошторола һәм ауыр тормош хәленә тарығын балаларҙың яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашыра.

Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙМәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙ
Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙ

Шыршы аҫтында яңы йыл бүләге ятыуын һәр бала белә. Ҡыҙғанысҡа күрә, бындай шатлыҡ-ҡыуанысты һәр бала ла кисерә алмай. Ошонан сығып “Аструм” сауҙа үҙәге етәкселеге ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы йыл кәйефе өҫтәр өсөн “Яңы йыл әкиәте” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы ойоштора.

--Мәрхәмәтлек сараһында һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн беҙҙең сауҙа үҙәгенә килеп шарға яҙылған балаларҙың теләген тормошҡа ашырырға тейеш. Сара 4 декабрҙә башланды һәм 27 декабргә ҡәҙәр дауам итә. 28 декабрь көнө йыйылған бүләктәрҙе балаларға тапшырасаҡбыҙ, -- «Аструм»

сауҙа комплексы администраторы Антон Крапивин.

Шәфҡәтлелек акцияһы өсөн бүләктәр шулай уҡ сауҙа комплексының 5-се ҡатында йыйыла. Үҙәккә шарҙар ҡуйылған байрам шыршыһы ҡуйылып уны асыу тантанаһы ла гөрләп үтте. Балалар йырлап-бейеп, уйындар уйнап күңел асты.
Шыршыла әлеге ваҡытта теләктәр яҙылған 15 шар эленеп тора. Уларҙың һаны күбәйә бара. Сибайҙар ауыр тормош хәленә тарыған балаларҙың яҙмышына битараф ҡалмай акцияла әүҙем ҡатнашыр тигән өмөттәбеҙ.  

 

Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙ
Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙ
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас