АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт тормошо
19 Июля 2021, 12:45

Сибайҙар тиҙ арта

Яңыраҡ ҡына Сибай ҡалаһында 300-сө бала тыуыу тураһында хәбәр иткәйнек, ошо көндәрҙә ҡалала тыуған сабыйҙар һаны 400-гә етте. ЗАГС бүлегендә Ирек Иршат улы һәм Гүзәл Рим ҡыҙы Үтәшевтар Ғайсар исемле улдарына тап шул 400-сө һан аҫтында тыуыу тураһында таныҡлыҡ алды.

Сибайҙар тиҙ артаСибайҙар тиҙ арта
Сибайҙар тиҙ арта
Сибайҙар тиҙ арта
Сибайҙар тиҙ арта

Малай 3290г. булып тыуған, тән оҙонлоғо 51 сантиметр. Үтәшевтарҙың өлкән улдары Ғәзизгә 3 йәш.

--Улыбыҙ ағай булды. Исемде малайҙарға кәләш ҡушты. Ул да 3 балалы ғаиләлә үҫкән, беҙҙә 3-әү буй еткерҙек. Шуға күрә Сибай демографияһы үҫешенә әле үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ әле,--тип ышаным тине ғаилә башлығы Ирек Үтәшев.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас