Шәхес
5 Ноябрь 2025, 06:50

Данлы игенсе иҫтәлегенә

Баймаҡ районында Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин иҫтәлегенә музейы асылды. Ябай механизатор 1976 йылда «Нива» комбайнында 27 мең центнер иген һуғып, рекорд ҡуя. Шул ваҡыттан алып ярты быуат самаһы ваҡыт үткән, әммә бөтә илгә билдәле игенсе тураһында хәтер юйылмай.

Данлы игенсе иҫтәлегенәДанлы игенсе иҫтәлегенә
Данлы игенсе иҫтәлегенә

 

Шул уҡ 1976 йылда Риза Яхинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Урғаҙа ауылында билдәле комбайнсы музейын ойоштороу инициаторы—игенсенең улы Рәшит Яхин.

—Музейҙа атайымдың ғына түгел, уның хеҙмәттәштеренең дә хеҙмәте сағыла. Йәш быуын данлыҡлы игенселәр хаҡында белеп үҫеүен теләйем. Атайымды әлегәсә иҫләүҙәре менән ғорурланам,—ти Рәшит Риза улы.

 

 

 

 

 

 

Фәриҙә Исмәғилева фотоһы.

Данлы игенсе иҫтәлегенә
Данлы игенсе иҫтәлегенә
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас