+11 °С
Облачно


Уны асыуҙа "Дим" берекмәһе ағзалары һәм Ә. Хәким музейы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. "Шулай уҡ мәрхүмәнең яҡындары, туғандары, уҡыусылары, коллегалары ла ситтә ҡалманы. Һәр береһе Ҡояш ҡыҙы Рәсимә хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Артабан Дәүләкән районы делегацияһы ҡаланың мосолман зыяратында ерләнгән Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәким ҡәберенә зыярат ҡылды. Был сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина ла ҡатнашты. 23 август — Әхиәр Хәкимдең тыуған, Рәсимә Ураҡсинаның мәрхүм булған көнө", - тип хәбәр итә Миңзәлә Хәлилова.