АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
10 Ноябрь 2021, 20:50

ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪ

Ул 24 кенә йәшендә яралы командирын ут аҫтынан сығарам тигәндә һәләк була…

ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪ
ИСЕМЕ ОНОТОЛМАҪ

Ул 24 кенә йәшендә яралы командирын ут аҫтынан сығарам тигәндә һәләк була…
Эйе, Хәйбулла районы егете Фәнис Варис улы Миңлешевтың ғүмере бик иртә өҙөлгән. Педагогтар ғаиләһендә үҫкән егет үҙ теләге менән әрмегә китә, унан контракт төҙөй. Ләкин хәрби хеҙмәттән имен-һау ҡайтырға насип булмай уға. Ингушетияла һәләк була.
Хәйбулла районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары Фәнисте онотмай. Үҙ инициативалары менән ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ астылар. Битараф булмаусылар аҡсалата ярҙам күрһәтте.

Автор:Резеда Валиева