АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәйәсәт
10 Февраль 2025, 03:05

Башҡортостан делегацияһы – рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында. Уны респу

Сәфәрҙең маҡсаты – иҡтисад һәм сәнәғәт, шулай уҡ гуманитар һәм туристик өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Радий Хәбиров, Башҡортостан өсөн Беларусь – тышҡы иҡтисади партнёр ғына түгел, беҙҙе туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең оҙайлы тарихы бәйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан делегацияһы – рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында. Уны респуБашҡортостан делегацияһы – рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында. Уны респу
Башҡортостан делегацияһы – рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында. Уны респу


🤝🏻 Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенконың осрашыуы булды. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төп сараларҙың үтәлешен тикшерҙеләр, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында килештеләр.

– Башҡортостан – беҙҙең өсөн Рәсәйҙең бик мөһим төбәге. Беренсенән, үҫешкән, алдынғы республика. Икенсенән, Рәсәйҙең Европа биләмәһендәге үҙәге һәм, һеҙҙә эшләйбеҙ икән, күрше төбәктәрҙә лә эшләйәсәкбеҙ, тип иҫәпләргә мөмкин, – тине Александр Лукашенко.

⏳ Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко, 2021 йылдың ҡышында осрашып, берлектәге эштең төп йүнәлештәрен билдәләгәйне. Ошо ваҡыт эсендә яҡтар тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған, бер-береһенең мөмкинлектәрен өйрәнгән, бәйләнештәрҙе яйға һалған.

✅ Радий Хәбиров шулай уҡ Беларусь Президентын 2025 йылдың ғинуарында үткән һайлауҙарҙа еңеүе менән ҡотланы һәм был ваҡиғаның Белоруссия өсөн генә түгел, ә дөйөм алғанда ике дәүләт өсөн дә бик мөһим булыуын билдәләне.

Автор:
Читайте нас