Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль , 15:00

Путин Башҡортостан яугирен Изге Георгий орденының айырым билдәһе менән бүләкләне

Хәйбулла районы яугире Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Изге Георгий орденының айырым билдәһе — IV дәрәжә Георгий Тәреһе наградланды. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтенең социаль селтәрҙәренә һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Билдәле булыуынса, «Хонда» позывнойлы хәрби махсус операция зонаһында командование бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн билдәләнгән. Яҡташыбыҙ 2023 йылдың майынан алып алғы һыҙыҡта, яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң кире яуҙаштары янына юлланған.

Бынан алдараҡ яугир «Геройҙар ваҡыты» проектында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу турын үткәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 10 июлдән Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән граждандарға бер тапҡыр 505 мең һум түләнә. Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың түләүҙәре менән бергә 1 миллион һум була.

Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөү өсөн Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номеры буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мөмкин. Һайлап алыу пунктының номеры — (347) 248-29-31.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-12/putin-nagradil-boytsa-svo-iz-bashkirii-znakom-otlichiya-ordena-svyatogo-georgiya-3846124

Автор:
Читайте нас: