«Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Башлығы вазифаһына сәйәси партияларҙан күрһәтелгән биш кандидаттың документтары килде. Беренселәрҙән булып бөгөн хуплау ҡағыҙҙарын һәм башҡа кәрәкле документтарҙы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы. Башҡа кандидаттар быны 11 июлдән дә һуңға ҡалмайынса эшләргә тейеш. Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү 20 июлдә тамамлана », — тине «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа теркәлеү өсөн 2024 йылдың 1 июленән 11 июленә киске сәғәт 6-ға тиклем, хуплау ҡағыҙҙарынан тыш, кандидат тураһында мәғлүмәттәрҙәге үҙгәрештәр тураһында белешмәләр, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы сенаторы вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн өс кандидатура хаҡында мәғлүмәттәр бирергә кәрәк.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығын һайлау 2024 йылдың 6, 7, 8 сентябренә тәғәйенләнгән.