Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Март , 08:30

Һайлауға - ғаилә менән

Бөгөн илебеҙҙә мөһим сара - ил Президентын һайлайбыҙ. Алтын ҡасабаһының 628-се һайлау участкаһына ғаилә менән киләләр. Афарин!

Һайлауға - ғаилә менән
Һайлауға - ғаилә менән

--Алтын ҡасабаһында урынлашҡан 628-се һайлау участкаһында иртәнге 08.30 сәғәттә һайлаусылар һаны 56-ға етте. Һайлау комиссияһы асылмаҫ элек урамда күп һайлаусылар йыйылған да ине. Күбеһенсә урта йәштәгеләр, йәштәр ғаиләләре, балалары менән килә. Һайлаусыларҙың актив граждан позицияла булыуы ҡыуаныслы. Тәүге һайлаусыларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды,--тип хәбәр итә 628-се һайлау участкаһы комиссияһы ағзаһы Гөлдәр Дәүләтшина.

Автор:Резеда Валиева