Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2023, 08:40

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Бөгөниртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

19 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе Башҡортостан парламентарийҙарының һәм республиканың идара итеү командаһының 2024 йылға һәм урта сроклы перспективаға бурыстарын билдәләй.

Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауҙы тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” телеканалдары эфирында, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм Радий Хәбировтың “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: