Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Декабрь 2023, 21:25

Владимир Путин: Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләгәндә банк комиссияһынан азат ителә

Тура бәйләнеш барышында президент Владимир Путин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың ҡиммәтләнеүенә үҙ фекерен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар яйлап артырға тейеш.

Дәүләт башлығы ҡайһы бер төбәктәрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың йыл ярым артмауын әйтте. Был ваҡыт эсендә пенсиялар 22% индексацияланды.

Рәсәйҙә пенсионерҙарҙы барлыҡ түләү системалары аша торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләгәндә комиссиянан азат итеүҙәре хаҡында ла хәбәр итте.

«Был дөрөҫ түгел, айырыуса пенсионерҙарға ҡағылған осраҡта. Ҡарар яңы ғына ҡабул ителде, пенсионерҙар комиссия түләмәй», — тине ил президенты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-14/vladimir-putin-pensionerov-osvobodyat-ot-bankovskoy-komissii-pri-oplate-zhkh-3566272

Автор: