Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Декабрь 2023, 21:50

Рәсәй Президенты илебеҙ халҡына Яңы йылды яҡындары менән ҡаршыларға кәңәш бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән тура бәйләнештә ил халҡына яңы йыл байрамдарында туғандарына иғтибар бүлергә кәңәш бирҙе.

«Яңы йылда күберәк яҡындар, ғаилә менән бергә булырға, күргәҙмәгә, театрға барырға кәрәк. Мотлаҡ саф һауала спорт менән шөғөлләнегеҙ», - тине дәүләт башлығы.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда яңы йыл ҡаласыҡтарын 23 декабргә асырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-14/prezident-rossii-porekomendoval-zhitelyam-strany-provesti-novyy-god-s-blizkimi-3566326

Автор: