АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәйәсәт
9 Октябрь 2023, 14:43

Республика көнөнә арналды

💫Сибай концерт-театр берекмәһендә Республика көнөнә арналған тантана үтте. Сарала бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына ведомство наградалары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев яугирҙәрҙе М. Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.

 Тамашасыларҙы концерт-театр берекмәһе артистары, ҡаланың мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларының ижади коллективтары сағыу концерт менән ҡыуандырҙы.

Ғәлиә Бжиҡованың "Встанем" йыры махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Әлеге ваҡытта Сибайҙан алғы һыҙыҡта 300-ҙән ашыу ир-егет йөрөй. Ҡыҙғанысҡа күрә, 21 яҡташыбыҙ имен тормош өсөн ғәзиз башын һалды.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас