АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ноябрь 2022, 11:50

ЯЗА БИРЕЛЕРМЕ?

Мобилизациянан баш тартҡан өсөн нимә буласаҡ?

ЯЗА БИРЕЛЕРМЕ?
ЯЗА БИРЕЛЕРМЕ?

Дәүләт Думаһында мобилизациянан баш тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйткән закон проекты ҡаралмай. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһе Нина Останина белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, «Берҙәм Рәсәй» мобилизация осоронда хәрби хеҙмәттән баш тартҡан өсөн яуаплылыҡ индереү тураһында башланғыс тикшерелмәүе хаҡында белдергән.

Бынан алда Дәүләт Думаһының Оборона комитеты рәйесе Андрей Картаполов һәм хәүефһеҙлек буйынса комитет рәйесе Василий Пискарев өлөшләтә мобилизация башланғас та ошо идеяның уҡ ҡаралыуын әйткәйне.Уның маҡсаты хеҙмәткә саҡырылғандар һәм мобилизацияланғандар араһында ҡасып йөрөгән өсөн яуаплылыҡты тигеҙләү. Әммә хәҙер, өлөшләтә мобилизация тамамланғас, башланғыс үҙенең әһәмиәтен юғалтты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-11-02/peredumali-v-rossii-ne-budut-nakazyvat-za-uklonenie-ot-chastichnoy-mobilizatsii-3012983

Автор:Ләйсән Закирова
 
Фото: Башинформ.
Автор:Резеда Валиева