Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Октябрь 2022, 15:35

Мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләре реестры төҙөлә

Был хаҡта республика Башлығы белдерҙе.

Мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләре реестры төҙөлә
Мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләре реестры төҙөлә

Дүшәмбе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре реестрын булдырырға ҡушты.

«Был йәһәттән бик иғтибарлы булырға кәрәк. Бөтә муниципалитеттарҙа ла мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре реестрын төҙөү мөһим. Был ҡатмарлы эш түгел, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Беҙҙә көндәлек ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән штаб ойошторолған».

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә хөкүмәттең төп бурысы – яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-10-03/glava-bashkirii-poruchil-sozdat-reestr-semey-mobilizovannyh-dlya-okazaniya-im-pomoschi-2974603

Автор:Резеда Валиева