АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Март 2022, 18:00

Ярҙам йыйҙы баймаҡтар

Баймаҡтар Украина территорияһында хәрби бурыстарын үтәүсе Алкино-2 инженер бригадаһы хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы.

Ярҙам йыйҙы баймаҡтар
Ярҙам йыйҙы баймаҡтар

“Унда яҡташтарыбыҙ ҙа хеҙмәт итә. Ғәскәри часть һалдаттары өсөн ҡалабыҙҙың һәм райондың учреждениелары, предприятиелары һәм ябай граждандары менән оҙайлы һаҡлауға аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары һәм көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Шулай уҡ уҡыусылар ҙа беҙҙең һалдаттарға хаттары яҙып, уларҙы яҡланы. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға теләктәре тураһында бәйән иткән ихлас һүҙҙәр.
Иртәгә гуманитар ылау урын буйынса юлға сыға, һуңынан колонна менән Украина биләмәһенә юл тотасаҡ.
Хөрмәтле баймаҡтар барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Был беҙҙең ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ысын мәғәнәһендә кешелек өлгөһө. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Фотолар башлыҡ диуарынан.

Автор:Гульдар Кадаева