Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Март 2022, 14:05

"ҠОРО ЗАКОН" МЕНӘН ЙӘШӘЙҘӘР

Башҡортостан закондары буйынса һәр бер ауыл биләмәһе эскелеккә ҡаршы сиктәр ҡуя ала. Бының өсөн ауыл халҡы йыйылыштарҙа ҡарар ҡабул итә һәм уны дәүләт органдарына еткерә. Ошоно иҫәпкә алып, Хәйбулла районының ике ауылы "ҡоро закон" индерергә ҡарар итте.

"ҠОРО ЗАКОН" МЕНӘН ЙӘШӘЙҘӘР
"ҠОРО ЗАКОН" МЕНӘН ЙӘШӘЙҘӘР

Районда ике ауыл яҡын киләсәктә яңы ҡағиҙә буйынса йәшәйәсәк.

Хәйбулла районының Әбүбәкер һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары «ҡоро закон» индереү инициативаһын күтәреп сыҡты. Был проект район депутттары ултырышы барышында көн тәртибенә индерелде.
“Ҡоро законға” Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары ҡушылыу теләген белдергән. Район советы ҡарарын хәҙер Башҡортостан парламенты раҫларға тейеш. Әлеге Башҡортостан закондары буйынса һәр бер ауыл биләмәһе эскелеккә ҡаршы сиктәр ҡуя ала. Бының өсөн ауыл халҡы йыйылыштарҙа ҡарар ҡабул итә һәм уны дәүләт органдарына еткерә.

Автор:Резеда Валиева