Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2022, 20:20

Кәрәк булғас йыябыҙ

Башҡорт халҡы һәр саҡ ярҙамсыл, ихлас булып ҡала. Ауыр хәлдә ҡалғандарға тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа. Республикала Донбаста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам туплана.

Кәрәк булғас йыябыҙ
Кәрәк булғас йыябыҙ


Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, бөтә ҡала һәм райондар ҙа был эшкә әүҙем ҡушылған.

Үткән аҙнала Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 75 тонна йөк оҙатты.

 Гуманитар ярҙам Йәмәғәт штабында ҡабул ителә. Уның Өфөләге адресы: Цюрупа, урамы 17-се йортта урынлашҡан.
Шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны:  8 (347) 218-19-19.

**

Автор:Гульдар Кадаева