Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Февраль 2022, 11:45

Үҙәк банк төп ставканы йылына 9,5% тиклем күтәрҙе

Был хаҡта банктың сайты белдереүендә хәбәр ителә. Үҙәк банк шулай уҡ 2022 йыл йомғаҡтары буйынса инфляция фаразын 5-6% тиклем арттырҙы, тип билдәләнә.

Үҙәк банк төп ставканы йылына 9,5% тиклем күтәрҙе
Үҙәк банк төп ставканы йылына 9,5% тиклем күтәрҙе

Башта инфляция 4-4,5% кимәлендә көтөлгәйне.

Шуның менән бергә Үҙәк банк 2023-2024 йылдарҙа йыллыҡ инфляция буйынса фаразды 4% һаҡлап ҡалды.

Автор:Гульдар Кадаева