Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды. Һүҙ оҫталары бәйгеһе Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы студенттарының (етәксеһе Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова) “Йөрәк һүҙе”исемле шиғри композицияһы һәм «Толпар» өлгөлө бейеү коллективының “Томбойоҡ” бейеүе (етәксеһе Алһыу Хәфизова) менән башланып китте. Артабан тамашасыларҙы Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова сәләмләне. Ул барыһын да шиғриәт байрамы менән ҡотланы һәм шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булыуын теләне. «Йөрәктән йөрәккә» бәйгеһендә Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан һәм Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡалаларынан барлығы 80-дән ашыу кеше көс һынашты. Бәйгеселәр Бәйләнештә (“Вконтакте”) селтәрендә "От сердца к сердцу" vk.com/public_ot_serdca_k_s... төркөмөнә Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөүен, мөхәббәтен һәм илһөйәрлек сифатын белдереп яттан һөйләгән видеояҙмаларын ебәрҙе. Финалда 14 бәйгесегә төрлө номинацияларҙа дипломдар тапшырылды, жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған 9 бәйгесе сәхнәлә тамашасылар алдында сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең сығыштарында Бөйөк Еңеүҙең асылын, хәҙерге көндә барған махсус хәрби операцияның мөһимлеген, халҡыбыҙ тарихының шанлы һәм данлы икәнен күрһәтә алдылар. Шиғриәт бәйгеһен мәртәбәле жюри ағзалары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһы лауреаты, Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, яҙыусы-драматург Әминә Яхина; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Сажиҙә Ғәниева; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Роза Ишбаева; Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина баһаланы. «Йөрәктән йөрәккә» бәйгеһендә ГРАН-ПРИ дипломына Луиза Исмәғил ҡыҙы Садыҡова хаҡлы рәүештә лайыҡ булды. Беренсе урын дипломы Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшеваға тапшырылды. Икенсе урынды Шәүрә Айҙар ҡыҙы Сәғитова, Миләүшә Ринат ҡыҙы Ямалова, Зөлфиә Кәрим ҡыҙы Шәмиғолова бүлешһә, өсөнсө урын дипломына Хәлил Төхвәт улы Һөйөндөков, Фәнүзә Мәхмүт ҡыҙы Баһаутдинова, Илсиә Хафиз ҡыҙы Баймөхәмәтова һәм Гүзәл Марсель ҡыҙы Абдуллина лайыҡ булдылар. Бәйгенең бағымсыларына — «Валенс» Клининг компанияһы вәкиле Илдар Ислам улы Боҫҡоновҡа, шәхси эшҡыуар Артур Ғилметдин улы Мәхийәновҡа, Dixon магазины директоры Николай Александрович Рудаковҡа, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллинаға, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рауилә Сәфәрғәли ҡыҙы Хәсәноваға, Сибай ҡалаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Сажиҙә Факил ҡыҙы Ғәниеваға, Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Басир Марат улы Шәриповҡа, Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисоваға, балалар ижады үҙәге директоры Фәрүәз Фәрит улы Рафиҡовҡа, мәҙәниәт һәм ял паркы директоры Тимур Бурамбай улы Мөрсәлимовҡа - һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә, ти халыҡ. Шиғыр тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып, илһам, дәрт алды тамашасылар. Сараны ойоштороусылар Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығына, Сибай ҡала мәҙәниәт йортона ҙур рәхмәттәрен еткерә. Бәйгеселәргә ҡатнашыусы электрон дипломын ошо сайтта алырға була sibaylib.ru/news/2025/... , ә етәкселәренә ошо һылтанмала Рәхмәт хаттары disk.yandex.ru/d/HxaPAXue...