Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Август 2025, 08:55

Рәйфә инәйгә 90 йәш!

Хәйбулла районының Әҙел ауылынан һуғыш осоро балаһы Ҡарасова Рәйфә Ғәле ҡыҙы 90 йәшен билдәләне. 

Рәйфә инәйгә 90 йәш!
Рәйфә инәйгә 90 йәш!

Мәртәбәле ғүмер байрамын юбиляр яҡындары әйләнәһендә ҡаршы алды. Туғандары менән бер рәттән, уны район, урындағы хакимиәт вәкилдәре, район ветерандар советы рәйесе тәбрикләне. Рәйфә Ғәле ҡыҙы Яковлевка ауылында донъяға килә, һуңыраҡ ғаиләһе менән Бүребай ауылына килеп төпләнәләр, шунда мәктәп тамамлай. Рәйфә Ғәле ҡыҙына ни бары ете йәш булғанда атаһы Ғәле Әхәт улы фронтта һәләк була. Буй еткергәс, Мәсәғүттә физика –математика йүнәлеше буйынса белем ала. Артабан Әбүбәкер ауылында йүнәлтмә буйынса эш башлай. Шунда эшләп йөрөгәндә Әҙел ауылы егете Сәфәрғәле Сәғит улына тормошҡа сыға, бергәләшеп дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр, тиң-тигеҙ ғүмер итә улар. Юбиляр инәй оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡыта, һуңынан ауылда клуб мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Бөгөн ул Әҙел ауылында кинйә ҡыҙы Гүзәл, кейәүе Динар тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Балаларының, ете ейән-ейәнсәрҙәре һәм ун һигеҙ бүлә-бүләсәрҙәренең иғтибарына төрөнөп йәшәй ул. Инәй әле лә яҡшы күрә, гәзит-журналдар уҡый, йорт эштәре менән булыша. Туҡһан йәше менән тәбрикләп, нурлы йөҙлө инәйгә сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ!

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас