Башҡорт атлылары сафынан 78 һалдат һәм офицерға – Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, бишеһенә Дан ордены тапшырыла. Халҡыбыҙ Генерал Шайморатовты онотмай, уның исемен мәңгеләштереү беҙҙең көндәрҙә лә дауам итә: 2019 йылдан хәрби ҡаһарманлыҡ һәм йәмәғәт тыныслығын һаҡлауҙағы батырлыҡ өсөн Башҡортостанда Шайморатов ордены булдырылды; 2020 йылда Владимир Путин указы менән ҡаһарманыбыҙға үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелде; 2022 йылда Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа Радий Хәбиров башланғысы менән төҙөлгән һәйкәл асылды; Данлыҡлы генералдың исемен Өфөләге 104-се мәктәп, республика белем усаҡтарының махсус кластары, Рәсәй Милли гвардияһының Өфөләге махсус тәғәйенләнеш отряды, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр батальоны йөрөтә, уға арнап әҫәрҙәр ижад ителә, фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла.