Хәйбулла районы Бүребай ауылының тыл хеҙмәтсәндәренә оло хөрмәт күрһәтелде.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан «БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ» АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕНЕҢ генераль директоры Рөстәм Аблаев һәм предприятиеның йәштәр ойошмаһы ағзалары ауылдың тыл хеҙмәтсәндәренә аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм һәр береһенә 50 мең һум күләмендә матди ярҙам тапшырҙы. Предприятиеның күп йылдар дауамындағы изге традицияһы ауыр һуғыш йылдарында тылда еңеү яулағандарға хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе булып тора. Һәр осрашыу йылы, күңелле мөхиттә үтте. Ветерандар комбинат коллективына даими иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡунаҡтар менән әңгәмәлә улар хәтирәләре менән уртаҡлашты, бөгөн нимә менән йәшәүҙәре хаҡында һөйләне һәм барыһы ла тау-байыҡтырыу комбинаты тырышлығы һәм хәстәрлеге арҡаһында тау ҡасабаһы йылдан-йыл уңайлыраҡ, матурыраҡ була бара тип билдәләне. Яуап һүҙендә Рөстәм Борғанитдин улы ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, туғандары һәм яҡындары яғынан һөйөү, хәстәрлек һәм иғтибар теләне.