Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 15:55

Байрам уңайынан—сәскәләр

Баймаҡ районы Буранбай ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелиск янына 80 төп петуния ултыртты.

Байрам уңайынан—сәскәләр
Байрам уңайынан—сәскәләр

 

—Өс көн алдан халыҡтан аҡса йыйҙыҡ. Бөтәһе лә оло теләк менән ҡушылды. Ауыл депутаты Илгиз Азамат улы ярҙамы менән тупраҡ ауҙарттыҡ һәм бергәләп сығып эшләнек. Ир-егеттәр тупраҡты таратып һалып түтәл эшләне, ерҙе йомшартты, һыу ташыны , ә ҡатын-ҡыҙҙар сәскәне ултыртты,—тип һөйөнә ауыл активисы, ауылда мәҙәни саралар ойоштороусы Гүзәл Әминева.

80 йыл элек еребеҙгә тыныслыҡ гөлләмәһе бүләк иткән олатайҙар рухы шатланһын. Уларға рәхмәт йөҙөнән ултыртҡан сәскәләрегеҙ ауылға йәм бирһен!

Байрам уңайынан—сәскәләр
Байрам уңайынан—сәскәләр
Байрам уңайынан—сәскәләр
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас