АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Сентября , 05:45

Юғары исемгә лайыҡ булды

– Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ һәм танығанығыҙ өсөн рәхмәт. Республика исеменән Бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһау минең өсөн ҙур хөрмәт булды. Мин унда туған телде үҫтереү буйынса үҙебеҙҙең иң яҡшы тәжрибәләребеҙ менән лайыҡлы таныштыра алғанмындыр, тип ышанам, – тине Альбина Шәрипова. – Башҡортостандың барлыҡ педагогтары берләшмәһенән, хөрмәтле Радий Фәрит улы, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Был бик мөһим, һәм һөҙөмтәлә беҙ илдә алдынғылар иҫәбендә.

14 сентябрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипованы Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсында еңеүе менән ҡотланы һәм дәүләт наградаһын тапшырҙы. Юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тәрбиәсе «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы 7-11 сентябрҙә Липецк ҡалаһында үтте. Бәйгелә Рәсәйҙең 87 төбәгенән 85 уҡытыусы һәм 46 тәрбиәсе туған телдәр буйынса иң яҡшы педагог исеме өсөн көрәште. Башҡортостандан Өфөнөң Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы Мәғариф үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова һәм Хәйбулла районынан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова сығыш яһаны.

– Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ һәм танығанығыҙ өсөн рәхмәт. Республика исеменән Бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһау минең өсөн ҙур хөрмәт булды. Мин унда туған телде үҫтереү буйынса үҙебеҙҙең иң яҡшы тәжрибәләребеҙ менән лайыҡлы таныштыра алғанмындыр, тип ышанам, – тине Альбина Шәрипова. – Башҡортостандың барлыҡ педагогтары берләшмәһенән, хөрмәтле Радий Фәрит улы, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Был бик мөһим, һәм һөҙөмтәлә беҙ илдә алдынғылар иҫәбендә.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас