АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Сентября , 06:07

Йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашыу.

– Тел тураһында һүҙ алып барғанда, уны һаҡлап ҡалыу бурысын ғына ҡуймайбыҙ. Беҙ халыҡты һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләйбеҙ. Һәм беҙҙең ғәмәлдәр бында системалы характерға эйә. Һүҙ тел диктанттары үткәреү, эпостарҙы өйрәнеү, төрлө фестивалдәр ойоштороу тураһында бара. Шулай итеп беҙ үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлайбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға ярашлы, Хөкүмәт, дәүләт институттары халыҡтарыбыҙҙың телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау буйынса саралар күрергә тейеш.

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты. Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында үткән сарала 140 мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм төбәк университеттарының ошо йүнәлештә белем алыусы студенттары ҡатнашты.

Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы, 8 сентябрҙә илдә тәүге тапҡыр Президент Владимир Путин инициативаһы буйынса булдырылған Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнде, тине.

– Күп милләтле республикабыҙ өсөн был байрам ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тәү сиратта милли рухи оҡшашлыҡ төшөнсәһе менән бәйле – һәр беребеҙҙең үҙен ни дәрәжәлә Рәсәй йәмғиәтенең бер өлөшө итеп тойоуы. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда был күрһәткес 92 процентҡа етә – был милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялылығы күрһәткесе, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта төрлө милләттәрҙең туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге күрһәткесе лә ошо юғары кимәлгә ярашлы булырға тейеш. Бер яҡтан Рәсәй халҡының бер өлөшө булыуыбыҙҙы һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ә икенсе яҡтан – үҙенсәлегебеҙ, милләтебеҙ, тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ бар. Шуға күрә Рәсәй халыҡтары телдәре көнө беҙҙең өсөн бик мөһим.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге эштең системалы характерҙа булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йәһәттән Милли кейем һәм Милли бейеү көндәрен булдырыу, күп һанлы тематик саралар мөһим ҡарарҙар булып тора.

– Тел тураһында һүҙ алып барғанда, уны һаҡлап ҡалыу бурысын ғына ҡуймайбыҙ. Беҙ халыҡты һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләйбеҙ. Һәм беҙҙең ғәмәлдәр бында системалы характерға эйә. Һүҙ тел диктанттары үткәреү, эпостарҙы өйрәнеү, төрлө фестивалдәр ойоштороу тураһында бара. Шулай итеп беҙ үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлайбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға ярашлы, Хөкүмәт, дәүләт институттары халыҡтарыбыҙҙың телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау буйынса саралар күрергә тейеш.

Был эштең аныҡ бурыстары хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы үҫеп килгән быуынды туған телдәрҙе өйрәнеүгә ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә алған мәктәп белеменең мөһимлеген юғары баһаланы. Ул шул иҫәптән заманса уҡытыу программаларын һәм методикаларын, сифатлы әҙәбиәт булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе, алдынғы мәктәптәр асыуҙы күҙ уңында тота.

– Беҙ билдәле бер үҫеш осорон үттек, Башҡортостанда 12 полилингваль мәктәп булдырҙыҡ. Уларҙың һанын 20-гә еткерергә планлаштырабыҙ. Был ысынында элиталы ваҡиға – яҡшы матди база, өҫтәмә белем биреү, патриотик тәрбиә һәм, әлбиттә, квалификациялы педагогтар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ йәш белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республиканың юғары уҡыу йорттары педагогтарҙы тел предметтары буйынса уҡытыуҙы ойоштора һәм был эшкә ғилми яҡтан булышлыҡ итә. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Тематик проекттарға ярҙам итеү өсөн гранттар һәм премиялар ғәмәлдә. Һәм бөгөнгө осрашыу – шул иҫәптән үҙ-ара бәйләнеш форматы. Беҙгә был эштә бергәләп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә тейешлегебеҙ тураһындағы фекерҙәрегеҙ ҡыҙыҡлы.

***

Артабан Радий Хәбиров йәш педагогтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уларҙың береһе хәҙерге заман уҡытыусыһына хас булырға тейеш сифаттарға ҡағылды.

– Әлбиттә, уҡытыусы компетентлы булырға тейеш, әммә иң мөһиме – уның шәхесе. Уҡытыусының рухи яҡтан камил булыуы бик мөһим. Компетенциялар тәжрибә менән килә, – тине Радий Хәбиров.

Йәш уҡытыусылар өсөн иң мөһим ярҙам сараһы тип Башҡортостан Башлығы торлаҡ мәсьәләһен атаны. Республика йәш ғалимдар һәм аспиранттар өсөн ғәмәлдәге сараларға оҡшаш торлаҡ шарттарын яҡшыртыу механизмын булдырыу мөмкинлеген ҡарай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Ул бәләкәй ауылдарға эшкә күскән уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота.

Осрашыуҙа йәш белгестәргә финанс ярҙам саралары ла тикшерелде. Мәҫәлән, йәш уҡытыусылар өсөн 15 процент күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортон тамамламаған, әммә мәктәптә эшләп йөрөгән студенттар был түләүгә дәғүә итә алмай. Радий Хәбиров уҡыуҙы педагогик эшмәкәрлек менән бергә алып барған студенттарға ла ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле үҙгәрештәр индереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Тәрбиәселәр һәм милли телдәр уҡытыусылары өсөн конкурстар һәм номинациялар һанын арттырыу мөмкинлеге хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы ғәмәлдәге форматтарҙы баһалау, уларҙы киңәйтеү мөмкинлектәрен билдәләү маҡсатында ошо өлкәләге ғәмәлдәге механизмдарҙы тикшереп сығырға ҡушты.

Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәктәпкәсә учреждениеларҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн ресурстар менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостанда заманса методикаларҙы һәм белем биреү программаларын үҫтереү өҫтөндә эш бара, тип билдәләне республика Башлығы. Туған тел менән балалар баҡсаһында танышыу мөһим һәм балаға тирә-яҡ донъяны яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

– Беҙ баланы йәшәргә, башҡаса һөйләшкән һәм хатта, бәлки, донъяны икенсе төрлө тойған кешеләрҙе хөрмәт итергә өйрәтәбеҙ. Йәғни тел йәһәтенән генә түгел, ә мәҙәни эффектҡа эйә булабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров педагогтарға йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас